1. Родителям
  2. Новости
  3. Ринат Хәйриҙең яҡты иҫтәлегенә

Ринат Хәйриҙең яҡты иҫтәлегенә

Январь 26, 2020 Просмотров: 27

 2020 йылдың 24 ғинуар көнөндә  район кимәлендә  ауылдашыбыҙ, шағир,Ғ.Сәләм премияһы лауреаты Ринат Хәйриҙең яҡты иҫтәлегенә бағышланған  саралар үтте.Үрмәт ауыл клубында ла әҙәби сара дауам итеп, Өфөнән , райондан килгән  ҡунаҡтар шағир хаҡында иҫтәлектәр һөйләне.       

   Был сарала  уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашты : мәҙәниәт һарайының  фойеһында рәсем, иншалар күргәҙмәһе ойошторолдо. Башланғыс класс уҡыусыларының “Хәрефтәр парады”н,  Каҙраев Искәндәр, Вәлиева Рузанна, Саттарова Нурзиә,Мөхәмәтов Илшаттың сығыштарын  тамашасылар ҙур алҡыштарға күмде. Ринат ағайҙың тормош иптәше Айһылыу Зәки ҡыҙы, яҙыусылар И.Х.Тимерханов, Ф.Ф. Аҡбулатова , Ә.Ғ.Үтәбаев, шағир, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары  Н.Р.Ғәниевтың, Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты, доцент Л.Р.Кирееваның  Р.Хәйриҙең иҫтәлегенә әйтелгән һүҙҙәре, район , ауыл халҡына ҙур рәхмәттәре сараның мәртәбәһен,әһәмиәтен  тағы  ла арттырҙы.

   Шағирҙың тәрән мәғәнәле,эстәлекле шиғырҙары  уҡыусы күңеленә тәрбиә орлоҡтары һибеүенә , уның  ижади мираҫы юйылмаҫына ҙур ышаныс тыуҙырҙы ойошторолған сара.