Ринат Хәйри иҫтәлегенә

Январь 21, 2020 Просмотров: 40

19 ғинуарҙа, билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйригә 70 йәш тулыр ине. Ул Илеш районының Үрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1969-1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған яғына ҡайта, уны Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән «Маяҡ» район гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ике тиҫтә йыл ғүмерен Р.Хәйри журналистикаға арнай. “Ҡорбан” поэмаһы һәм “Эҙләйем һине” шиғырҙар йыйынты өсөн Ринат Хәйри Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты була.1990 йылдың 5 сентябрендә Ринат Хәйри вафат була.

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеп, яҡташыбыҙға тәрән хөрмәтен күрһәтте..  1-4-се класс уҡыусылары, Р.Хәйри шиғырҙарына иллюстрация эшләп, күргәҙмә лә ойошторҙолар.